Хөрмәтуллиндарҙың нәҫел ағасы киң йәйелеп үҫкән һәм тамырҙарында ныҡ тора. Ҡыйғылар уларҙы әҙәпле, изге күңелле һәм эшһөйәр булғандары өсөн хөрмәт итә. Уларҙың ҡарт олатаһы Хөрмәтулла хәлле генә кешеләрҙән була. Айырыуса Столыпин аграр реформаһы йылдарында үҙ хужалығын киңәйтә.
Сәмәриә һәм Фәрит Хөрмәтуллиндар ябай эшһөйәр ауыл хеҙмәтсәндәре ине. Улар дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Фелиза һәм Фларит үҙҙәрен медицинаға арнаған, ә ҡалған улдары, аталары һымаҡ, үҙ ғүмерҙәрен ер һәм техника менән бәйләгән. Фәрит ағайҙың үҙен “Ҡыйғы Кулибины” тип йөрөттөләр.
Ә бына Хөрмәтуллиндарҙың артабанғы быуындарында музыка һәм хореграфия сәнғәте менән етди шөғөлләнеүсе йәш ижад кешеләре бар. Ошондай юғары сәнғәттә үҙ урыныңды тәбиғәттән бирелгән һәләтең, эске һәм физик мөмкинлектәрең булғанда ғына табырға мөмкиндер.
Динар Славик улы Хөрмәтуллин Үрге Ҡыйғы 1-се урта мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Һуңынан Санкт-Петербург мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында белем ала. Әлеге ваҡытта ул – гитара һәм электрогитара буйынса педагог, оркестр артисы, музыкант. Динар Хөрмәтуллин – үҙе төҙөгән “Румба” гитара ансамбле етәксеһе.
Ромен Фларит улы Хөрмәтуллин сирек быуат, 1994 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры артисы булып тора. Уның тормош һәм ижад юлы тураһында “Улар менән ҡыйғылар ғорурлана” китабында очеркым бар. Тыуған ауылына бер ҡайтҡанында Ромен Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбендә 4-се класты тамамлаған туғаны Наилгә иғтибар итә. Күптән түгел осрашып әңгәмәләшкәндә ул быны раҫланы. “Эйе, Наил оҙон буйлы, ябыҡ, хәрәкәттәре һалмаҡ булғанға иғтибар иттем,” – ти ул.
Тышҡы ҡиәфәте, шулай уҡ бейеү түңәрәгенә йөрөүе, мәктәп сараларында, айырыуса бейеүҙә ҡатнашыуы малайҙың киләсәген билдәләй. Наилдың ата-әсәһе – Эмма Валерий ҡыҙы менән Илшат Ринат улы аңлы мөнәсәбәт күрһәтеп, улдарының теләгенә ҡаршы килмәй. Ике турҙан торған һайлап алыуҙы уңышлы үтеп, 2009 йылда Наил Дилмөхәмәтов Р. Нурыев исемендәге Өфө хореграфия колледжы студенты булып китә.
Ауырлыҡтарҙан, көйөнөстәрҙән, уңыштарҙан торған 8 йыллыҡ уҡыу артта ҡала. Мәктәп программаһынан тыш, хореграфия теорияһын һәм практикаһын үҙләштереү өсөн әллә күпме тырышлыҡ, энергия, ныҡышмалы хеҙмәт талап ителә. Ләкин был ҙур сәхнәгә юлдың башы ғына була.
2017 йылда Наил Дилмөхәмәтов балет артисы һөнәре буйынса диплом ала. Йәш белгестәрҙе эш урындарына бүлгәндә Наил Түбәнге Новгород һәм Екатеринбург театрҙарынан саҡырыу ала. Ләкин ул Башҡорт опера һәм балет театрында ҡалыуҙы хуп күрә. “Үҙемдең ғәзиз һәм яҡын театрым. Колледжда бергә уҡыған дуҫтарым бында, бер-беребеҙгә ярҙамлашабыҙ. Тыуған йортома, ата-әсәйемә лә яҡыныраҡ,” – ти ул минең һораулы ҡарашымды күреп.
Уҙған ике театр сезонында Наил Дилмөхәмәтов барлыҡ спектаклдәрҙә, нигеҙҙә күмәк сценаларҙа йә иһә ҙур булмаған ролдәрҙә ҡатнашҡан. Был аңлашыла ла. Барлыҡ артистар ҙа хеҙмәт юлын ошонан башлай. Тәжрибә, оҫталыҡ йыйырға кәрәк. Һәр балет артисы солист булырға ынтыла. Быға ирешеү өсөн билдәле техник кимәлгә етергә, шулай уҡ үҙенсәлеккә эйә булырға кәрәк.
“Зыятүләк менән Һыуһылыу” эпосы буйынса ҡуйылған балет спектаклендә Наил Дилмөхәмәтов Зыятүләктең бер ағаһы ролен башҡара. Был уның ижад юлындағы тәүге роль була.
П. Чайковскийҙың “Щелкунчик” балетында Наил – Сысҡан ролен, Адам Хачатуряндың “Спартак” балетында (Р. Джованьоли романы, Ю. Григорович либреттоһы) яугир ролен башҡара.
Балет труппаһы 2017 йылдың сентябрендә Тайландҡа гастролгә сыға. Труппа составында беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа була. Артистар Бангкок ҡалаһында ХIХ Халыҡ-ара бейеү һәм музыка фестивалендә Адольф Адандың “Спартак”, “Корсар” балеттарын ҡуя. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Наил труппа менән бергә Силәбе, Һамар, Пермь ҡалалары сәхнәләрендә сығыш яһарға өлгөрә.
Бөгөн Ромен Хөрмәтуллин менән Наил Дилмөхәмәтов театрҙа эшләүҙәрен дауам итә. Улар коллегалары менән репетицияларҙа ҡатнаша, яңы спектаклдәр әҙерләй. Улар менән репетициялар араһындағы тәнәфестә генә осрашырға мөмкин. “Мөхәббәт тураһында легенда” балетында (либретто авторҙары – шағир, яҙыусы, драматург Назым Хикмәт һәм Юрий Григорович) Наил Дилмөхәмәтов шулай уҡ ҡатнаша. Юрий Григоровичтың был етенсе спектакле ошо йылдың сентябрендә Өфөлә Нурыев фестивалендә күрһәтеләсәк. Был фестиваль 15 сентябрҙә Гала-концерт менән тамамланасаҡ.
Беҙҙең райондан сыҡҡан һоҡланғыс, талантлы йәштәр Башҡортостаныбыҙҙың мәҙәни һәм сәнғәт традицияларын дауам итә. Уларға бары тик уңыштар ғына юлдаш булһын. Ижад юлдарында матур һәм уңышлы ролдәр генә башҡарырға яҙһын. Беҙ, ҡыйғылар, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Үҙ талантығыҙ менән тамашасыларҙы оҙаҡ йылдар шатландырығыҙ!