Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Август 2019, 13:15

Башҡортостанда тәүге этник матурлыҡ конкурсы кескәй ҡатнашыусыларҙы саҡыра

«Башҡортостан гүзәле» республика матурлыҡ һәм традициялар конкурсы балалар йәш номинацияһын иғлан итте. Быйыл уларҙың йәш категориялары киңәйтелде: 4-6, 7-10, 10-13, 14-23 йәшлектәр, 35 йәшкә тиклемге кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар.

Конкурсты ойоштороусы Айгөл Үтәгәнова һөйләүенсә, унда башҡорт йәки татар телен белгән ҡыҙҙар ҡатнаша. Улар үҙ халҡының йолалары хаҡында һөйләй, бейей, йырлай, модалы дизайнерҙар кейемен күрһәтә.
Сараның үҙенсәлеге шунда: ҡатнашыусылар сәхнәгә атаһы менән сығырға, һәр атай тамашасыларҙы һәм жюриҙы үҙенең ҡыҙы менән таныштырырға, ни өсөн тап уларҙың ғаиләһенең һылыуҡайы «Башҡортостан гүзәле» исеменә лайыҡ икәнен раҫларға тейеш.
Был конкурста, донъя конкурстарындағы кеүек үк, буй-һынға сикләүҙәр юҡ. Ойоштороусылар ҡыҙҙың тышҡы һәм эске матурлығын баһалай.
Конкурс ғәҙәттәгесә ноябрҙә уҙа. Ғаризалар [email protected] адресына ҡабул ителә. Хатта номинацияны күрһәтергә һәм ике фотоһүрәт һалырға кәрәк.
Сараны ойоштороусылар — «Һомай» театр-дефиле» студияһы һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте.
Читайте нас: