«Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө Ҡырымда «Таврида» фестивалендә ике миллион грант отто. Был хаҡта төркөм етәксеһе Ринат Рамазанов хәбәр итте.
«Сәнғәт өлкәһендәге ошондай шәп сараға барыуҙа ярҙам иткән, эксперттарға үҙебеҙҙең проекттарҙы күрһәтеү мөмкинлеге өсөн етәкселеккә ҙур рәхмәт! Арҙаҡлы ата-бабаларыбыҙ Зәйнулла Рәсүлев һәм Башҡортостандың 100 йыллығы, генерал Шайморатов һәм уның 100 йыллығы кеүек юбилей проекттарыбыҙҙың еңеүенә ихлас ышандыҡ!» — тип хәбәр итте артист.
Ҡырымда «Таврида — АРТ» ижади берләшмәләр фестивалендә ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттар бүленде. Грант конкурсында ҡатнашыуға 500-ҙән ашыу ғариза килде. Еңеүселәр — 130 ҡатнашыусы, уларҙың ижади проекттарына 86 миллион 937 мең һум йүнәлтелде.