Әгәр ҙә кешенең таланты Хоҙай (тәбиғәт) тарафынан бирелгән һәм быуындан-быуынға гендар аша күскән һәләттәрҙән тора, тип әйтһәм, яңылыҡ асмамдыр, моғайын. Әгәр талантты кешеләргә арнап, дөрөҫ ҡуллана белһәң, ул бәхет һәм шатлыҡ килтерә. Уны тәкәбберлек һәм үҙ-үҙеңде данлау ҡоралы итмәй, үҫтереү, камиллаштырыу талап ителә. Шул уҡ ваҡытта талантты тормош ваҡлыҡтарынан, яман күҙҙәрҙән, көнсөл бәндәләрҙән һаҡлау кәрәк. Юғиһә ижад һүреләсәк, матур һәм изге эштәр онотоласаҡ. Үҙенең хисле, нескә күңелле булыуына ҡарамаҫтан, талант эйәһе әлеге ҡатмарлы заманда бар яҡлап та тәүәккәл, сабыр һәм бирешмәҫ булырға тейеш. Йәш музыкант, байтаҡ йырҙар авторы һәм башҡарыусыһы Олег Зиннәтуллин (һүрәттә) менән осрашҡанда башыма бына шундай уйҙар килде.
Юҡ, Олег өсөн артыҡ борсолаһы юҡ. Ул инде ижад тәжрибәһенә эйә, етди үҙ юлын тапҡан шәхес.
2-се һанлы Үрге Ҡыйғы урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, О. Зиннәтуллин Өфө музыка-педагогия колледжына уҡырға инә. Әммә киләсәктә үҙен музыка уҡытыусыһы итеп күҙ алдына килтерә алмағас, Олег Салауат ҡалаһы колледжына күсә, унда музыка сәнғәте өлкәһендәге белгестәрҙе әҙерләйҙәр.
Баянсы һөнәренә эйә булғас, танылған актер, йырсы һәм бейеүсе Эльмир Ғәзизуллин етәкселегендәге “Алтын Ай” эстрада төркөмөнә ҡабул ителә. Э. Ғәзизуллин үҙ тирәһенә һәләтле йәш башҡарыусыларҙы, музыканттарҙы һәм композиторҙарҙы туплай. Һуңғы 6 йылда Олег Зиннәтуллин “Нәфисә” эстрада һәм йыр театрында музыкант һәм солист булып эшләй, театрҙың ойоштороусыһы һәм алмаштырғыһыҙ етәксеһе – Ризуан Хәкимов. Был танылған төркөмдәрҙә эшләү дәүерендә яҡташыбыҙ ярайһы уҡ ҙур һөнәри тәжрибә туплай. Ул музыкант, үҙенең һәм башҡа композиторҙарҙың йырҙарын башҡарыусы булараҡ та аяғында ышаныслы баҫып тора. Күп тамашасыларға уның башҡарыуында яҡташыбыҙ Радик Хәкимйән һүҙҙәренә яҙылған “Кеше ғүмере” йыры оҡшай. Олег – утыҙға яҡын йыр авторы. 2016 йылда уның “Бәхетле йәшәйек әле” аудиоальбомы донъя күрҙе. Уның йырҙарын Әнүәр Нурғәлиев, Гүзәл Әхмәтова, Рөстәм һәм Ләйлә Ғәлиевтәр, Ильнар Ғилманшин, Мирхәт Ғайсин кеүек Башҡортостан һәм Татарстандың танылған йырсылары башҡара.
Олег үҙенә һәм үҙ ижадына ҡарата талапсан, уның йырҙарында тупаҫлыҡҡа, буш, яман һүҙгә, ялғанға урын юҡ. Ул бысраҡ һәм намыҫһыҙ эштәр аша байлыҡ яуламайынса, тормоштан ҡәнәғәт булып, шатланып йәшәргә, матурлыҡҡа, кешеләргә изгелек ҡылырға саҡыра. Тормошта Олег үҙе нәҡ шулай йәшәй. Үҙенең буласаҡ тормош иптәше менән “Алтын Ай” төркөмөндә эшләгәндә таныша. Алина ул ваҡытта бейеүсе була. Төҙөлөп бөтмәгән йорт һатып алалар, уға үҙ көстәрен, аҡсаларын һалалар, ата-әсәләре, дуҫтары ярҙам итә. Хәҙер Зиннәтуллиндарҙың ҡала эргәһендә үҙ йорто бар. Олег үҙенең ”Records” студияһына эйә. Ул музыка ижад итә, аранжировкалар яһай. Эргәһендә яҡын дуҫтары күп. Уларҙы иң тәүҙә йыр-моңға, сәнғәткә ҡарата һөйөү берләштерә. Улар: Радик Юлъяҡшин, танылған баянсы Рәзил Камалов, Морат Ғайсин, Рәфил Мусин, Илнар Ғилманшин һәм башҡалар.
Минең яҙмамдың геройының яратҡан эше, ғаиләһе, йорто, ата-әсәһе, дуҫтары – барыһы ла бар. “Аллаға шөкөр,” – ти ул. Олег Хоҙайға инанған. Мәсеткә йөрөй, көнөнә 5 тапҡыр намаҙға баҫа, ураҙа тота һәм Мәккәгә хаж ҡылырға план ҡора.
Уның менән тәүләп осрашыуыбыҙға ҡарамаҫтан, еңел аралаштыҡ. Беҙ уның менән мәңгелек тема – музыка хаҡында һүҙ алып барҙыҡ.
Хәҙер Олег Зиннәтуллинға күскән гендар хаҡында әйтеп китәм. Уның әбеһе Гөлби Зиннәтуллина Ҡыйғы колхоз-совхоз театрының иң тәүге актрисаларының береһе була, һуңынан Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Икенсе әбеһе Зәйтүнә Хәйруллинаның ғүмере Ҡыйғы халыҡ театрына бәйле була, агитбригаданы етәкләй, район мәҙәниәт йортонда бейеү түңәрәген алып бара. Ағаһы Данис Зарипов бала саҡтан баянда уйнарға өйрәнә, баянист һөнәренә эйә була. Олегтың атаһы – Валерий Зиннәтуллин – Ҡыйғы халыҡ театры артисы, бейеүсе. Тимәк, Олег Валерий улы Зиннәтуллин – сәнғәттә осраҡлы күренеш түгел.