-13 °С
Болотло
«Беҙҙе тәүҙә Рәсәйҙең ҙур ҡалалары, һуңынан Башҡортостан буйлап гастролдәр көтә. Ноябрь уртаһында Вьетнам Республикаһына гастролдәр. Финанс тәьминәте бар, һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Киләһе йылдың яҙында һәм йәйендә Ҡытайға, Европаға гастролгә сығабыҙ. Бейеү ансамбле үҙен күрһәтергә тейеш. Милли һәм рус, донъя халыҡтары бейеүҙәрен башҡарған ошондай уникаль коллективтар күп түгел», — тип хәбәр итте ансамбль директоры Алмаз Сәйетов.
«Мәскәү тамашасыһы бик тәжрибәле, улар ысынды ғына күреп өйрәнгән. Нисә тапҡыр барҙыҡ, әле бер тапҡыр ҙа һынатманыҡ. «Ете ҡыҙ»ыбыҙ сәхнәгә сыҡһа, тамашасылар ҡул саба башлай. Донъя халыҡтары бейеүҙәрен башҡарғанда зал тынып ҡала. Аҙаҡтан тамашасылар һәр саҡ аяғүрә баҫып алҡышлай. Әле коллективта йәштәр күп. Беҙ юғары профессиональ кимәлдә сығыш яһарға тырышырбыҙ», — ти репетитор, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Абсатарова.