Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Зарядье» үҙәгендә Башҡортостанда ойоштороу күҙалланған ике ҙур сара –
Бөтә донъя фольклориадаһы-2020 һәм Апимондия-2021 менән таныштырыу була. Теләгәндәр туҡыусылыҡ, тамбурлы сигеү, кейеҙ келәм, милли биҙәүестәр әҙерләү, өзләү, хореография, милли уйын ҡоралдарында уйнау, милли уҡтан атыу һәм фольклор буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.