Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Октябрь 2019, 13:50

«Беренсе республика» фильмы Лос-Анджелеста Азия кинофестивалендә ҡатнаша

Булат Йосоповтың «Беренсе республика» тарихи нәфис фильмы Лос-Анджелеста халыҡ-ара Азия кинофестиваленең конкурс программаһында ҡатнашыу өсөн һайлап алынған.

Булат Йосоповтың «Беренсе республика» тарихи нәфис фильмы Лос-Анджелеста халыҡ-ара Азия кинофестиваленең конкурс программаһында ҡатнашыу өсөн һайлап алынған.
Фестиваль 2019 йылдың 6-14 ноябрендә Лос-Анджелес янындағы Калвер-Сити ҡалаһында ойошторола.
Унда Азияның 50-нән ашыу иленән фильмдар ҡатнаша. Фестивалдең үҙенсәлеге шунда: унда башлыса сит телдәге иң яҡшы фильм өсөн Кинематография сәнғәте һәм фәндәре академияһына, «Алтын глобустар»ға тәҡдим ителгән Азия континентынан фильмдар күрһәтелә.
Кинофестивалде ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ҡатнашыусыларҙың үҙ фильмдарын Академияла, Голливудтың сит ил матбуғат ассоциацияһында күрһәтеү мөмкинлеге бар.
«Беренсе республика» тулы метражлы тарихи нәфис фильм 2019 йылда — Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы йылында экранға сыҡты. Картинаның нигеҙендә — республиканы ойоштороу тарихы, күренекле сәйәси эшмәкәрҙәр, ғалимдар, шағирҙар, яҙыусылар, композиторҙар яҙмышы. Персонаждар араһында — яҙыусылар Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында беренсе булып роман яҙған Һәҙиә Дәүләтшина, башҡорт милли театрына нигеҙ һалған Вәлиулла Мортазин-Иманский, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов, актриса Зәйтүнә Бикбулатова, милли театр реформаторы Мәкәрим Мәһәҙиев һәм башҡалар.
Фильмды Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы, Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән.

Читайте нас: