Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Октябрь 2019, 11:39

РӘСӘЙҘЕҢ ХАЛЫҠ АРТИСТКАҺЫНЫҢ ЮБИЛЕЙЫ

Зилә Сөнғәтуллинаның ижадына һәм юбилейына арналған осрашыу программаһы яҡшы уйланылған һәм тулы ҡиммәтле булды.

Зилә Сөнғәтуллинаның ижадына һәм юбилейына арналған осрашыу программаһы яҡшы уйланылған һәм тулы ҡиммәтле булды. Бар саралар ҙа бай йөкмәткеле һәм юғары кимәлдә үтте. Сараларҙы ойоштороусыларҙың берҙәм булыуы, күп көс һәм энергия, йөрәк йылыһы һалыуы күренә – беҙҙең тырышлыҡты Ҡазан ҡалаһынан килгән ҡунағыбыҙ, Бөтә донъя татарҙары конгресы вәкиле, шағирә Шәмсиә Йыһангирова шулай баһаланы.
Эйе, инициатива ғына аҙ, уны тормошҡа ашыра белергә лә кәрәк. Сараға әҙерлек уҙған йылдың октябрендә үк башланды тиергә була. Сабырлыҡ һәм күп тырышлыҡ талап иткән оҙайлы эш, билдәле шәхестәр – юғары сәнғәт кешеләре менән күп тапҡырҙар һөйләшеүҙәр уҙғарылды. Сер түгел, уларҙың һәр ҡайһыһының теге йә иһә был мәсьәләгә үҙ ҡарашы. Был шарттарҙа ҡунаҡтарға ҡарата үтә лә иғтибарлы һәм һиҙгер булырға кәрәк.
Планлаштырылған сараларҙың барлыҡ үҙенсәлектәрен күҙ уңынан ысҡындырмаҫ өсөн, Ҡазанға һәм Өфөгә әллә нисә тапҡыр барырға тура килде. Һәм бына ул көн килеп етте!
Ҡыйғы һәм Салауат райондары сигендә Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисткаһы, Ғ. Туҡай исемендәге премия лауреаты, консерватория профессоры З. Сөнғәтуллинаны һәм уның апаһы, хеҙмәт ветераны Р. Сөнғәтуллинаны, шағирә Ш. Йыһангированы район етәкселеге, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды.
Ҡыйғы ерендә татар һәм башҡорт йыр-моңдары, шиғриәт, туған телдәр байрамы ошолай башланды.
Район үҙәге мәсетендә Салауат хәҙрәт һәм Вәли-хажи Заһиров тарафынан йылы осрашыу уҙғарылды. Улар ҡунаҡтарҙы районда динде үҫтереү торошо менән таныштырҙы, йәштәрҙе тәрбиәләү мәсьәләләре тураһында әңгәмә ҡорҙо.
Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының акттар залында Ҡазан ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар район мәктәптәре уҡыусылары – туған тел буйынса олимпиадалар, Туҡай уҡыуҙары, әҙәби конкурстар еңеүселәре менән осрашты. Зилә Сөнғәтуллина үҙенең тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләне, һәләтле йәштәрҙе Башҡортостандың һәм Татарстандың музыкаль белем биреү йорттарына уҡырға инергә саҡырҙы.
Шағирҙар үҙ шиғырҙарын уҡып ишеттерһә, Зилә Даян ҡыҙы музыкаль күстәнәсен бүләк итте. Улар уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап ҡайтарҙы, автографтар бирҙе, иҫтәлеккә фотоға төштө. Һис шикһеҙ, был йылы осрашыу уҡыусылар һәм уҡытыусылар хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.
Программаға ярашлы, артабан Үрге Ҡыйғы ауылы буйлап экскурсия уҙғарылды. Сөнғәтуллиналар элек үҙҙәре йәшәгән йорт урынында, мәктәп һәм эске эштәр бүлеге биналарында – Нәсимә Мәхмүт ҡыҙы һәм Даян Сәмиғулла улы Сөнғәтуллиндар эшләгән урындарҙа булды. Был экскурсия уларҙы бик тәьҫирләндерҙе һәм, үҙҙәре өсөн ҡәҙерле урындарҙы ҡабаттан күрергә мөмкинлек биргәндәре өсөн, ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙеләр. Һуңынан барыһы ла район тарих музейына юлланды.
Зилә Даян ҡыҙы Сөнғәтуллинаның юбилей кисәһе программаның кульминацияһы булып торҙо. Сәләмләү һүҙе менән район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов сығыш яһаны. Ул БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай исеменән юбилярға рәхмәт хатын тапшырҙы. Концертта Башҡортостандың халыҡ артистары – популяр йырсы Нәзифә Ҡадырова менән баянсы Ғәли Алтынбаевтың ҡатнашыуы айырым йәм өҫтәне. Нәзифә Жәүәт ҡыҙы БР-ҙың мәҙәниәт министры А. Шафиҡованың ҡотлау хатын тапшырҙы. Ш. Йыһангирова үҙенең сығышында Татарстан Президенты Р. Миңлехановтың ҡарары менән Зилә Даян ҡыҙына “Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены тапшырылыуы тураһында белдерҙе. Ә Бөтә донъя татарҙары конгресы башҡарма комитеты Ҡыйғы районы ойошмаһының мөрәжәғәтен иҫәпкә алып, уны Бөтә донъя татарҙары конгресы миҙалы менән бүләкләгән. Шағир, Бөтә донъя татарҙары конгресының БР-ҙағы даими вәкиле урынбаҫары Нурлан Ғәниев шулай уҡ үҙ теләктәрен еткерҙе.
Ҡотлауҙар Ҡыйғы районынан сыҡҡан сәхнә оҫталары һәм район йорто мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре башҡарыуындағы йыр-бейеүҙәр менән аралашып барҙы.
Башҡортостан опера һәм балет театры солисы Рим Рәхимов башҡарыуындағы кенәз Орловский арияһын (“Летучая мышь” операһынан) һәм “Юҡҡа түгелдер” йырын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Консерватория профессоры З. Сөнғәтуллина уны “Ысын опера йырсыһы” тип баһаланы. БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Кәримова татар халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Яҡташыбыҙ, шағир һәм композитор Ризида Мөхәмәтйәнова бер үҙе генә ҡайтмағайны, үҙенең йырҙарын башҡарыусы, республикалағы билдәле йырсы Резида Шәрәфетдинованы ла алып килгәйне.
Район мәҙәниәт йортоноң бейеү коллективы сығышы (етәксеһе – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре З. Шәрифуллина), атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре В. Шәрифуллин, И. Шәрифуллин һәм А. Камаловтар башҡарыуындағы йырҙар юбилярҙа яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Педагог булараҡ, кесе кластар уҡыусыларының “Шишмә буйында” сәхнә күренешен, Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғы ауылындағы филиалы студенттары башҡарған рус халыҡ бейеүен юғары баһаланы. Студенттар – буласаҡ кондитерҙар бешергән бәлеште юбиляр үҙе менән Ҡазанға алып ҡайтып китте.
Кисә һуңында Зилә Сөнғәтуллина үҙ репертуарынан бер нисә йыр башҡарҙы, барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
РФ-ның почетлы мәғариф хеҙмәткәре, кисәнең сценарийы авторы Й. Хөрмәтуллинаның сәхнә оҫталығын һәм БР-ҙың халыҡ артисы А. Фәйзуллиндың режисерлыҡ эшен билдәләп үтергә кәрәк.


Р. Асҡаров.

Үрге Ҡыйғы ауылы.
Читайте нас: