Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтте. Программала – оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, лекциялар, студенттар, башҡорт ижтимағи ойошмалары ағзалары менән осрашыуҙар, күргәҙмәләр һәм концерт булды.
Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре кульминацияһы булып БР һәм Сант-Петербург делегациялары ҡатнашлығындағы тантаналы сара торҙо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Санкт-Петербург ҡалаһының башҡорт йәмәғәтселегенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыу әсбаптары, атрибутика, дәүләт символдарын, милли костюмдар тапшырҙы. Сара Башҡортостан сәнғәт әһелдәре һәм Санкт-Петербург фольклор коллективтары ҡатнашлығындағы концерт менән тамамланды.