Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әҫәрҙәренең тулы йыйынтығының 10-сы томы донъя күрҙе. Ул БР Хөкүмәтенең финанс ярҙамы менән З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡты.
10-сы томды уҡыусылар Мостай Кәримдең көндәлек яҙмалары, хаттары, рецензиялары һәм очеркылары менән таныша ала.
Яҙыусының тулы йыйынтығын булдырыу ул донъянан киткәндән һуң башланды. 2009 йылдан башлап һәр көҙ сираттағы том донъя күрә. 10-сы том Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналған.