#Башҡортбейеүенбашҡарам флешмобы
быйыл сентябрь айында башланды. Проектта ҡатнашыу өсөн башҡорт бейеүен бейергә һәм уны #башҡортбейеүенбашҡарам, #башҡортбейеүенөйрәнәм хештегтары менән интернетҡа һалырға кәрәк. 9 октябрҙә Ленин паркында профессионалдар һәм һәүәҫкәрҙәр бергә легендар «Гөлнәзирә» бейеүенән өҙөк башҡарҙы.