Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Октябрь 2019, 16:48

ҠЫЙҒЫЛАР – ИҢ ЯҠШЫЛАР ИҪӘБЕНДӘ

Өфө ҡалаһында Дәүләт академия рус драма театры сәхнәһендә инвалидтар араһында уҙғарылған “Ҡағылыу” беренсе республика театр конкурс-фестиваленең һайлап алыу туры үтте.

Өфө ҡалаһында Дәүләт академия рус драма театры сәхнәһендә инвалидтар араһында уҙғарылған “Ҡағылыу” беренсе республика театр конкурс-фестиваленең һайлап алыутуры үтте.
Үҙ һәләттәрен республиканың 21 районынан командалар, шул иҫәптән Ҡыйғы район инвалидтар ойошмаһының “Мәҙәкселәр” командаһы күрһәтте.
Тәүге заданиела жюри һәм тамашасылар хөкөмөнә презентация тәҡдим ителде. Актерҙарға үҙ потенциалдарын тулыһынса асыу өсөн 3 минут ваҡыт етмәй ҙә ҡалды. Уның ҡарауы, өй эшен күрһәткәндә ваҡыт етерлек булды.
Ун кешенән торған Ҡыйғы командаһы, визитканан тыш, “Кавказская пленница” һәм “Большая семья Журбиных” фильмдарынан өҙөктәр күрһәтте.
Ролдәрҙе Рәфилә һәм Айтуған Хәсәновтар, Мансур Хәлилов, Лариса Шәрәфетдинова (Үрге Ҡыйғы ауылы), Зөлфиә һәм Нурғаяз Иштуғановтар (Йосоп), Әлфинур һәм Юрис Ниғәмәтуллиндар (Кандаковка), Валентина Сәйфуллина (Ләүзә), Тәнзилә Ғибатова (Вәҡиер) башҡарҙы.
Жюри ағзалары, һәр актерҙар ансамбленә балдар ҡуйып, иң яҡшыларҙы һайлап алды. Ҡыйғы “Мәрәкәселәре” иң юғары балға лайыҡ булып, финалға
ышаныслы сыҡты.
Финал туры 2019 йылдың 2 декабрендә үтәсәк.
– Бындай конкурс республикала беренсе тапҡыр ғына уҙғарыла. Сығыштарҙы драма театрының баш режиссеры Михаил Рабинович етәкселегендәге компетентлы жюри баһаланы. Беҙ, әлбиттә, ошондай данлыҡлы сәхнәлә сығыш яһағанда бик тулҡынландыҡ. Ләкин шулай ҙа команданың һәр ағзаһы үҙ актерлыҡ һәм вокаль һәләттәрен тулыһынса асып һалырға тырышты, – тип һөйләй төркөмдөң етәксеһе, район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Рәфилә Хәсәнова. – Костюмдарҙы үҙебеҙ әҙерләнек. Конкурс-фестивалдә ҡатнашыусылар исеменән беҙгә ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм.


З. Закирова.

С. Исмәғилева фотоһы.


Читайте нас: