Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Октябрь 2019, 13:18

Башҡортостандың һәләтле йәштәре республика башлығы грантын алыу мөмкинлегенә эйә

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы музыка, театр, һынлы сәнғәт һәм хореография сәнғәте өлкәһендә һәләтле йәштәргә ярҙам күрһәтеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына конкурс үткәреү тураһында иғлан итте.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы музыка, театр, һынлы сәнғәт һәм хореография сәнғәте өлкәһендә һәләтле йәштәргә ярҙам күрһәтеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына конкурс үткәреү тураһында иғлан итте. Тейешле документ ведомство сайтында баҫылып сыҡты.
Гранттар биреү тәртибенә ярашлы, грант дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһына субсидиялар формаһында тапшырыла.
Ғаризалар 2019 йылдың 28 октябренән 1 ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлегендә ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 280-87-64.
Материал сығанағы http://www.bashinform.ru/bash/1370228/
Читайте нас: