Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Октябрь 2019, 14:10

Екатеринбургта башҡорт мәҙәниәте фестивале була

27 октябрҙә Свердловск дәүләт өлкә Халыҡ ижады һарайының ҙур концерт залында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған байрам — XVII Төбәк-ара Башҡорт мәҙәниәте фестивале ойошторола.

27 октябрҙә Свердловск дәүләт өлкә Халыҡ ижады һарайының ҙур концерт залында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған байрам — XVII Төбәк-ара Башҡорт мәҙәниәте фестивале ойошторола.
Фестивалдә Екатеринбург ҡалаһы, Свердловск өлкәһе, Пермь крайы, Төмән өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән үҙешмәкәр ижади коллективтар ҡатнаша. XVII фестивалдә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистарының байрам программаһы менән сығыш яһауы көтөлә.
Фестиваль барышында көндөҙгө сәғәт 2-лә Мәҙәниәт һарайының мәрмәр залында Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Урта Уралдың Традицион халыҡ мәҙәниәте үҙәге, Силәбе өлкәһе Мейәс ҡалаһының Халыҡ ижады йорто күргәҙмәһе асыла, биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталарының оҫталыҡ дәрестәре була.
Материал сығанағы http://www.bashinform.ru/bash/1370941/

Читайте нас: