Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Ноябрь 2019, 16:10

ТЕАТРҒА БАҒЫШЛАНҒАН ҒҮМЕР

Театр йылында Мәсәк ауылы клубы һәм китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Ғ. Минһажев исемендәге башҡорт халыҡ театрының элекке режиссеры, яҡташтары Рауил Әбдрәзәҡ улы Ҡотоповҡа арналған хәтер кисәһе үткәрҙе.

Театр йылын тамамлап, район мәғариф учреждениелары һәр төрлө мәҙәни саралар үткәрә. Мәсәк ауылы клубы һәм китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Ғ. Минһажев исемендәге башҡорт халыҡ театрының элекке режиссеры, яҡташтары Рауил Әбдрәзәҡ улы Ҡотоповҡа арналған хәтер кисәһе үткәрҙе.

Талантлы актер һәм режиссер Р. Ҡотопов Мәсәк ауылында тыуып үҫкән. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, яҙмышын театр менән бәйләргә ҡарар итә, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт училищеһын, һуңынан Өфө дәүләт ижад институтының театр факультетын тамамлай. Уҡыуын тамамлағас, уны 1981 йылда Ғ. Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театрына режиссер итеп ҡуялар. Ул етәкселек иткән мәлдә театрҙа 40 ашыу сәхнә әҫәре донъя күрә. Режиссер Р. Ҡотопов эшләгән осорҙа театр бер нисә тапҡыр Бөтә Рәсәй һәм республика смотрҙарында еңеү яулай. 1991 йылда Р. Ҡотоповҡа Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелә.

Сарала шулай уҡ Ғ. Минһажев исемендәге башҡорт халыҡ театры артистары, уның хеҙмәттәштәре, дуҫтары ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар айырым бер йылылыҡ менән Р. Ҡотопов хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Тарихсы-тыуған яҡты өйрәнеүсе А. Асҡаров башҡорт халыҡ театрында режиссер ҡуйған иң хәтерҙә ҡалған сәхнә әҫәрҙәре хаҡында һөйләне. Уның артистар менән эшләү, күптән таныш булған әҫәрҙәрҙе лә бөтөнләй икенсе күҙлектән асып биреү, төрлө ролдәргә артистар һайлау оҫталығы, театр һәм театр ижадына ҡарата булған һөйөүе хаҡында һөйләп китте. Башҡорт халыҡ театры коллективы артистары Х. Ибраһимовтың “Башмағым” спектакленән өҙөк күрһәтте.

“Рауил Әбдрәзәҡ улының яҡты иҫтәлеге уның ижадын яратыусылар күңелендә мәңге һаҡланыр. Ҡыҙғаныс, иртә китеп барҙы, әммә уның исеме беҙҙең күңелдәрҙә ҡалыр,” – ти ауылдаштары Р. Ҡотоповты йылы иҫкә алып.

Т. Ғимаҙиева.
Читайте нас