Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Декабрь 2019, 13:00

Мәҙәни тормош бер урында тормай

Ноябрь беҙҙең район өсөн театр ваҡиғаларына бай булды. Ҡыйғылар республика фестивалендә – эстафета тәртибендә үткән һәүәҫкәр театрҙар марафонында ҡатнашты.

Ноябрь беҙҙең район өсөн театр ваҡиғаларына бай булды. Ҡыйғылар республика фестивалендә – эстафета тәртибендә үткән һәүәҫкәр театрҙар марафонында ҡатнашты.
Театр йылы эмблемаһы беҙҙең районға Нуриман районынан килде. Ғ. Минһажев исемендәге башҡорт халыҡ театры артистары Ҡыҙылъяр ауылындағы район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә С. Әбүзәровтың “Күрәҙәсе” пьесаһы буйынса спектакль менән сығыш яһаны. Нуримандар беҙҙең артистарҙың сәхнә оҫталығына юғары баһа бирҙе, көслө алҡыштарға күмде.
Артабан Балаҡатай районы театр коллективы эстафета тәртибендә Ҡыйғы районы тамашасылары хөкөмөнә үҙ спектаклен тәҡдим итте һәм символик штандартты ҡабул итеп алды.
Район ойошма-учреждениелары хеҙмәт коллективтары араһында иғлан ителгән “Театр мозаикаһы” район театр фестиваль-конкурсы ахырына яҡынлаша.
Аҙна һайын үҙешмәкәр артистар жюри һәм тамашасылар хөкөмөнә спектаклдән өҙөк, “Нәфис һүҙ” жанрында яңғыҙ сығыштар тәҡдим итә. Һәр тамаша тулы аншлаг менән үтә.
“Мәҙәни тормош бер урында туҡталып тормай. Фестиваль милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙергә, яңы таланттарҙы һәм ижад коллективтарын асырға ярҙам итә. Беҙ, әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн, тамашасыларға ла бик рәхмәтлебеҙ. Сөнки беҙҙең бурыс – кешеләргә шатлыҡ, рухи аҙыҡ өләшеү. Залдың һәр саҡ тулы булыуы бик шатлыҡлы,” – ти ойоштороусылар.
Читайте нас: