2019 йыл тамамланыр саҡта Түбәнге Ҡыйғы ауылында тотош район өсөн әһәмиәтле ваҡиға булды – яңы мәҙәни үҙәк үҙ ишектәрен асты.
Тантаналы церемонияла республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов, бик күп ҡунаҡтар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Яңы мәҙәниәт йорто 150 тамашасыға иҫәпләнгән. Ошонда уҡ китапхана, музей, балалар сәнғәт мәктәбе филиалы урынлашҡан, балалар “Хореография”, “Фортепиано” йүнәлештәре буйынса шөғөлләнә аласаҡ.
Түбәнге ҡыйғыларҙы ошо ваҡиға уңайынан ҡотлап, район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов район хакимиәте исеменән бильярд өҫтәле бүләк итте. “Районда ошондай заманса һәм уңайлы клуб асылыуы – шатлыҡлы ваҡиға,” – тине Шамил Радил улы һәм учреждениены төҙөүгә өлөш индереүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Ысынлап та, түбәнге ҡыйғылар был көндө бик оҙаҡ көтөп алды. Һәм бына республика Башлығы Р. Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса һәм “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында ауыл кешеләре 2020 йылды яңы мәҙәниәт усағында ҡаршыланы.