Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Ғинуар 2020, 23:53

Мөрсәлимдә яңы мәҙәниәт йорто асылды

Радий Хәбиров мөрсәлимдәргә үҙенең видеоҡотлауын ебәрҙе.

Бөгөн - 22 ғинуарҙа - Мөрсәлимдә күптән көтөлгән яңы мәҙәниәт йорто асылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо уңайҙан ауыл халҡына үҙенең видеоҡотлауын ебәрҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ был ауылда мәҙәниәт йорто Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса төҙөлдө. Кисә, 21 ғинуарҙа, ул Мөрсәлимдә Ҡыйғынан ҡайтышлай юл ыңғайы булып китте (Был турала материал https://bezzen-kyygy.rbsmi.ru/articles/m-ni-t/Radiy-H-birov-M-rs-limd-ge-ya-i-m--ni-t-yortona-ba-a-bir-e-86879/)
Мәҙәниәт усағын асыу тантанаһында йыйылыусыларҙы Салауат районы башлығы Марс Кашапов, БР-ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова һәм башҡалар тәбрикләне.
Һуңынан яңы мәҙәниәт усағында ҙур һәм матур концерт булды.
Яңы объектты төҙөүгә аҡса “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә бүленгән.
Хәбировтың видеоҡотлауы тексы:
"Дорогие жители Мурсалимкино! Я вместе с вами разделяю радость появления у вас в селе такого замечательного Дома культуры! Я хотел быть с вами в этот день, но у меня довольно сложный график.
Замечательный ДК у вас построен. Считаю, что вы это заслужили, у вас такие талантливые дети, такие талантливые люди. Одна просьба: чтобы жизнь здесь бурлила, чтобы и стар и млад приходили, радовались, чтобы село развивалось.
Мы будем помогать северо-востоку, будем помогать Салаватскому району, будем помогать Мурсалимкино.
До новых встреч! Летом приедем, столы расставим и небольшой сабантуй где-то там устроим. Всего вам доброго!"
Читайте нас