Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Ғинуар 2020, 23:27

Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға әҙерлек башлана

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярашлы указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ шағиры, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, хөкүмәт премьер-министры Фәнүр Йәғәфәров етәкселегендә саралар әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса республика ойоштороу комитеты составы раҫланған.
Саралар әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса сығымдар Башҡортостан Республикаһы бюджетында ҡаралған аҡса иҫәбенә һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ.

Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992), тәржемәсе һәм журналист Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы 1932 йылдың 12 февралендә донъяға килә. 45 йәшендә, 1977 йылдың 20 февралендә яҡты донъянан китеп бара.

Рәми Ғарипов ғаиләһе менән.
"Башинформ" материалдарын файҙаланып әҙерләнде.
Читайте нас