Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Ғинуар 2020, 16:51

Өфөлә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы уҙҙы

Өфөлә унынсы тапҡыр ЮНЕСКО-ның «Донъя халыҡтары эпостары» проекты сиктәрендә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын Рәсәй Федерацияһы һәм донъя халыҡтары телдәрендә яттан һөйләүселәр конкурсы уҙҙы.

Өфөлә унынсы тапҡыр ЮНЕСКО-ның «Донъя халыҡтары эпостары» проекты сиктәрендә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын Рәсәй Федерацияһы һәм донъя халыҡтары телдәрендә яттан һөйләүселәр конкурсы уҙҙы. Бына өсөнсө йыл инде конкурс халыҡ-ара статусында ойошторола һәм «Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы – кешелек байлығы» тип атала.
Конкурста Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан, Рәсәй төбәктәренән, Германия, Израиль, Һиндостан, Украина, Франциянан һәм башҡа илдәрҙән 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Йәш ҡатнашыусылар донъяның 30-ҙан ашыу: башҡорт, рус, лезгин, мари, татар, удмурт, сыуаш, азербайжан, инглиз, ғәрәп (Сирия диалекты), әрмән, иврит, испан, итальян, ҡырғыҙ, ҡытай, немец, поляк, төрөк, украин, француз һәм башҡа телдәрҙә һөйләне.
Конкурс номинациялары иҫәбендә – «Урал батыр» эпосын төрлө телдәрҙә һөйләүҙән тыш, донъя халыҡтары эпостары геройҙарының батырлыҡтары буйынса уйындар әҙерләп күрһәтеү. Тәүгә тәҡдим ителгән «Халыҡ хореографияһы», «Вокаль һәм башҡарыу оҫталығы» номинациялары ҡатнашыусыларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ситтән тороп ҡатнашыу форматында (видеороликтар) халыҡ йырҙары, бейеүҙәре һәм халыҡ ижадының инструменталь әҫәрҙәре тәҡдим ителде.
Конкурсты Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, Башҡортостан социаль технологиялар институты уҙғарҙы. Сара быйыл йәй Өфөлә үтергә тейешле VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек булды.
Читайте нас: