SVK халыҡ вокаль-инструменталь ансамбле (һүрәттә) Бөрө ҡалаһында үткән “Керәшен һыуыҡтары – 2020” ХХVI Төбәк-ара эстрада йыр-бейеүҙәре фестиваль-конкурсында “Эстрада йыры” номинацияһында I дәрәжә лауреат булды.
Йәш коллектив тәүге тапҡыр 2006 йылда сәхнәгә сыға. Был йылдар эсендә ансамбль үҙенең йырҙары менән районда ғына түгел, унан ситтә лә үткән бик күп концерттарҙа, смотр-конкурстарҙа сығыш яһаны. Егеттәрҙең һәр сығышын тамашасылар – “тере” музыка яратыусылар көслө алҡыштарға күмә.
“Керәшен һыуыҡтары” конкурс-фестивалендә беҙ беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайбыҙ, төрлө йылдарҙа төрлө дәрәжә лауреаттар булдыҡ. Быйылғы уңышыбыҙ – иң яҡшыһы, тәжрибә, күп сәғәтлек репетициялар һөҙөмтәһе. Өлгәшелгәндә туҡтап ҡалырға йыйынмайбыҙ. Тамашасыларҙы яңы композициялар менән һөйөндөрәсәкбеҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһим награда – тамашасы һөйөүе,” – тип уртаҡлашты беҙҙең менән егеттәр.
Беҙ коллективты: Эмиль Нәзиров (вокал, гитара), Вадим Ғәниев (электрогитара), Руслан Шәрифуллин (бас-гитара), Илнур Шәрифуллин (баян, баҫмаҡлы ҡоралдар), Шамил Сәхәүетдиновтарҙы (ҡаҡма музыка ҡоралдары) ошо уңыштары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы бейеклектәр яулауҙарын теләйбеҙ.