Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Февраль 2020, 18:44

Бергәләп беҙ күңелебеҙҙе байытабыҙ

Татар ҡатын-ҡыҙҙары “Аҡ ҡалпак” ассоциацияһының Ҡыйғы районындағы төбәк бүлексәһе (етәксеһе С. Ғәниева) мәҙәни эшкә тос өлөш индерә.

Районда Башҡортостан халыҡтары традицияларын һәм йолаларын һаҡлауға, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға, халыҡтың этник һәм мәҙәни белемен арттырыуға йүнәлтелгән бик күп мәҙәни саралар уҙғарыла. Йәмәғәт ойошмалары әүҙемләште. Татар ҡатын-ҡыҙҙарының “Аҡ ҡалпак” ассоциацияһы Ҡыйғы районындағы төбәк бүлексәһе (етәксеһе С. Ғәниева) был эшкә тос өлөш индерә.
Күптән түгел уның составына Дыуан районы Өлкөндө ауылы мәҙәниәт йорто “Һандуғас” яңы фольклор коллективы ла инде. Был ваҡиға хөрмәтенә уҙғарылған сарала дүшәмбикәләр ҙә ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эштәрен күрһәтте, “түңәрәк өҫтәл” артында татар телен һаҡлау, халыҡ мәҙәниәте һәм йолалары мәсьәләләрен тикшерҙе, йәш быуынды тәрбиәләү буйынса берлектәге эшмәкәрлек планын төҙөнө. Сарала ҡатнашыусылар урындағы музей һәм китапхана менән танышты, үҙешмәкәр композитор һәм башҡарыусы Р. Мөхәмәтйәнова (сығышы менән Арыҫлан ауылынан) менән аралашты.
Өлкөндө ҡатын-ҡыҙҙарынан өлгө алырлыҡ. Улар милли байрамдар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғара, ауыл хакимиәте менән хеҙмәттәшлек итә, беҙҙең районға концерт-спектаклдәр менән килә. Берлектәге йәмәғәт эшмәкәрлеге беҙҙең эске донъябыҙҙы байыта,” – ти Светлана Марат ҡыҙы.

Л. Саҙретдинова.

З. Сабирова фотоһы.

Читайте нас: