Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Февраль 2020, 18:13

“Йырҙарым тыуған яғыма сәләмдәрем булып барһын”

Ишембай ҡалаһында Нәсимә Әминеваның юбилей кисәһе үтте.

Ишембай ҡалаһы Милли мәҙәниәт үҙәгендә “Йырҙарымда – тормошом” исеме аҫтында Нәсимә Әминеваның юбилей кисәһе үтте.
Талантлы шағирә һәм композитор Нәсимә Ғилметдин ҡыҙы 70 йыл элек Ҡыйғы районы Түбәнге Лапаҫ ауылында донъяға килә. “Ауылымда һабантуй”, “Ауылым”, “Ғәфү ит беҙҙе, атайҙар төйәге”, “Тыуған яғым моңдары” шиғырҙарында ул балалыҡ һәм йәшлек йылдары үткән Арыҫлан ауылы тәбиғәтенең матурлығы тураһында бәйән итә. Һәләтле яҡташыбыҙҙың ижад кисәһендә Башҡортостан һәм Татарстан йырсылары, Ишембай ҡалаһы Милли мәҙәниәт үҙәге “Таң” һәм “Дуҫлыҡ” вокаль-инструменталь ансамблдәре башҡарыуында йырҙар яңғыраны.
Арыҫлан ауылында тыуып үҫкән композитор, автор һәм башҡарыусы Резида Мөхәмәтйәнова ла яҡташын тәбрикләне. Уларҙы күп йыллыҡ ижад берләштерә, бергәләп бик күп матур йырҙар яҙғандар. Р. Мөхәмәтйәнова Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте һәм Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы, Нәсимә Әминеваға тыуып үҫкән ерҙәренән сәләмдәр еткерҙе.

З. Сабирова.

Читайте нас: