Бөгөн йәштәрҙең генә түгел, ололарҙың һәм мәктәп уҡыусыларының да яратҡан урындары булып торған барлыҡ мәҙәниәт йорттарында һәм китапханаларҙа тынлыҡ күҙәтелә. Ә ғәҙәти көндәрҙә уларҙа һәр төрлө түңәрәктәр эшләй.
Иҫке Мөхәмәт ауылы мәҙәниәт йортоноң әйҙәүсе методисы Гөлшат Вәрис ҡыҙы Вагайцева урындағы мәктәп уҡыусылары менән башҡорт милли кейеме элементтарын, милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡтар әҙерләү менән шөғөлләнә. Мәҙәниәт йортондағы түңәрәккә йөрөүсе ҡыҙҙар шулай уҡ һаҡал (күкрәк биҙәүесе) тегергә һәм уны мәрйендәр, сәйлән менән биҙәргә өйрәнә.
Ауыл китапханаһы ла мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан. Уның мөдире Гөлсирә Энгельс ҡыҙы Сәғитова үҙ эшен “Ете егет, ете ҡыҙ” проектына ярашлы алып бара. Башҡорт орнаменттары структураһын өйрәнеп, балалар әйберҙәр туҡыу нигеҙҙәрен өйрәнә, ҡулдан һуғылған балаҫтар әҙерләй. Тормош иптәше Әмирхан Сабит улы ҡул станогы яһап биргән.
Материалдың тулыраҡ вариантын “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенең 2020 йылдың 3 апрелендәге 14-се һанында уҡырға мөмкин.
Әгәр һеҙ беҙҙең гәзиткә яҙылмаған булһағыҙ, һәр яңы һанды райондың теләһә ҡайһы почта бүлексәһенән һатып алырға була.
Шулай уҡ беҙҙең гәзиткә онлайн (ҡағыҙ йә иһә электрон версияһына) яҙылыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн сайтта “Яҙылыу” бүлегенә инергә кәрәк.
Балалар туҡыу станогы эргәһендә.
Милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡтар.