Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Август 2020, 18:24

Бард йырҙары – асыҡтан-асыҡ һөйләшеү

Йыланлы ауылы эргәһендә Әй йылғаһы буйында “Ҡош юлы – 2020” республика башҡорт бард йырҙары фестивале үтте.

Йыланлы ауылы эргәһендә Әй йылғаһы буйында “Ҡош юлы – 2020” республика башҡорт бард йырҙары фестивале үтте. Йыл һайын фестиваль гитара көйө аҫтында йыр башҡарырға яратыусы һәм әүҙем йәштәрҙе йыя. “Ҡош юлы”ның уникаллеге шунда – уның территорияһында “ҡоро закон” иғлан ителгән.
Быйылғы фестиваль башҡорт шағиры һәм драматургы, яҡташыбыҙ Рафаэль Сафиндың ижадына арналды. Фестивалде БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ҡыйғы районы хакимиәте, “Ҡош юлы” хәрәкәте, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто БР ДУП-ы филиалы – “Башҡортостан журналдары” ойошторҙо.
Сараның ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылар йома көн үк йыйыла башланы. Алыҫ юлдан килеүселәр йәмле Әй буйында тәбиғәт ҡосағында фестиваль алдынан ял итеү, көс туплау мөмкинлегенә эйә булды. Сараның программаһы бай йөкмәткеле булды һәм бер нисә өлөштән торҙо. “Ҡош юлы” тамашасыларына күңелһеҙләнеп ултырырға тура килмәне: майҙансыҡта түңәрәк өҫтәлдәр, спорт уйындары, квест, усаҡ эргәһендә һөйләшеү ойошторолдо.
Туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән фестиваль 20 автор-башҡарыусыны йыйҙы. Беҙҙең райондан Фәдис Ғәниев (Иҫке Мөхәмәт ауылы), Илфат Моратов, Владислав һәм Руслан Шәрифуллиндар (Үрге Ҡыйғы ауылы) ҡатнашты. Фестиваль сиктәрендә шулай уҡ йәш шағирҙар араһында конкурс уҙғарылды. Ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы З.М. Гордиенко сәләмләне, уңышлы сығыштар теләне.
Фестиваль тамамланғас, жюри еңеүселәрҙе билдәләне. Призлы урындар түбәндәгесә бүленде: Гран-при Илеш районынан Ильмира Имамоваға бирелде. Ул төп приз – гитараға лайыҡ булды. Беҙҙең райондан йәш башҡарыусы Фәнис Ғәниев ҡатнашыусы дипломын һәм сертификат алды. В. Шәрифуллин (“Тәжрибә”), И. Моратов менән Р. Шәрифуллиндың дуэты айырым номинацияларҙа билдәләп үтелде.
“Башҡорт бард фестивален беҙ ғәҙәттә Ейәнсура һәм Әбйәлил райондарында үткәрә торғайныҡ. Быйыл Ҡыйғы районына туҡталдыҡ. Минеңсә, сара юғары кимәлдә үтте. Мин ҡатнашыусыларҙың сығыштарынан ҡәнәғәтмен,” – тип һөйләне ойоштороусыларҙың береһе Тимур Йосопов.
“Ҡош юлы” фестивале – йәштәр өсөн үҙ һәләттәрен күрһәтеү майҙансығы ғына түгел, дуҫтар табыу, аралашыу урыны ла. Фестивалдең бик күп еңеүселәре йәштәр араһында популяр булып китеүгә ирешкән.
А. Ғималова.
Читайте нас: