Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Рәсәйҙә Театр йылы
29 Ғинуар 2019, 18:08

ТЕАТР ЙЫЛЫ ШАРШАУЫ АСЫЛДЫ

Район мәҙәниәт йортонда БР- ҙағы Ғаилә йылын, РФ-лағы Ирекмәндәр йылын ябыуға һәм Театр йылын асыуға арналған тантаналы сара үтте.

Сараны сәләмләү телмәре менән район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов башлап

ебәрҙе. Үҙ сығышында ул Ғаилә йылы сиктәрендә районда бик күп саралар уҙғарылыуын билдәләп

үтте. Был йүнәлештә мәҙәниәт, мәғариф учреждениелары, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары, атап

әйткәндә, “Ағинәйҙәр” клубы яҡшы эшләне.

Байрам сиктәрендә оҙаҡ йылдар татыу ғүмер иткән ғаилә парҙары тәбрикләнде. Күп балалы ата-әсәләргә, тәрбиәгә бала алған, өрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләргә иғтибар бирелде.

Ғаилә мөнәсәбәттәренең ныҡлығы һәм балаларына лайыҡлы тәрбиә биргәндәре өсөн, район

хакимиәтенең Рәхмәт хатына Роза һәм Сәлимйән Фәтиховтар, Нәсимә һәм Рәфҡәт Ҡотошовтар,

Рәмзиә һәм Йәлил Тәүәбиловтар, Рәйсә һәм Рөстәм Ғатауллиндар, Ғәлиә һәм Данил Уйылдановтар, Гөлнара һәм Дамир Фәйзуллиндар, Гөлнара һәм Ришат Әхмәтйәновтар, шулай уҡ йәш ғаилә – Лилиә һәм Азамат Ғариповтар лайыҡ булды.

Торлаҡ менән тәьмин ителгәнлек һәр ғаилә өсөн ҙур роль уйнай. Уҙған йылда дәүләт торлаҡ программалары сиктәрендә барлығы 8 ғаилә торлаҡ төҙөүгә сертификат алған, 2 ғаилә –

льготалы процентҡа өй комплекты, 3 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға алған ипотеканы

(кредитты) ҡаплауға бала тыуғанда бирелә торған аҡса юллаған. 2018 йыл Рәсәйҙә ирекмәндәргә айырым иғтибар билдәһе аҫтында үтте. Тантаналы сарала иң әүҙем волонтерҙарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары һәм волонтер кенәгәләре тапшырылды. Бик күп акцияларҙа, фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнашып, улар район намыҫын республика кимәлендә лә яҡланы.

Театр йылын асыҡ тип иғлан итеп, Шамил Радил улы беҙҙең районда театр сәнғәте ярайһы уҡ

үҫешеүен билдәләп китте. Бөгөн мәҙәниәт учреждениеларында “Халыҡ театры” исеменә эйә 5

ололар театры коллективы: Ғ. Минһажев исемендәге Башҡорт халыҡ театры (1934 йылда

ойошторолған), Абзай ауылында “Гүзәл”, Арыҫланда “Яҙмыш”, Йыланлыла “Шоңҡар”, Түбәнге

Ҡыйғыла “Замандаш” театры; “Өлгөлө театр” исеменә эйә 4 балалар ижад коллективы: район

мәҙәниәт йортонда “Кәжегер”, Абзайҙа “Бөрөләр”, Түбәнге Ҡыйғыла “Замандаш–2”, Иҫке

Мөхәмәттә “Аҡъйондоҙ” театры эшләй.

“Быйыл беҙҙең алда етди һәм ныҡышмалы эштәр тора. Театр йылы бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы

булһын!” – тип тамамланы телмәрен Ш. Мөхәмәтдинов.

Был көндө тамашасыларҙы район мәҙәниәт йорто ижад коллективтары үҙ сығыштары менән шатландырҙы. Кисәнең программаһы ярайһы уҡ бай эстәлекле булды. Ғ. Минһажев исемендәге Башҡорт халыҡ театры һәм Түбәнге Ҡыйғы ауыл мәҙәниәт йортоноң “Замандаш” халыҡ

театры спекталдәрҙән өҙөктәр ҡуйҙы.

Ойоштороусылар церемонияны район халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн ысын байрам итеүгә бар көсөн

һалған. Театр йылы мөбәрәк булһын!
З. Закирова. С. Исмәғилева фотоһы.
Читайте нас: