Сарала Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының өлкән класс уҡыусылары һәм Ғ. Минһажев исемендәге Ҡыйғы халыҡ театрының үҙешмәкәр артистары ҡатнашты.
Сара театрҙың барлыҡҡа килеүе, театр сәнғәтенең тарихы менән танышыуҙан башланды. Уҡыусылар ниндәй театрҙар булыуын, төп сәнғәт төрө булараҡ, театрҙың хәҙерге замандағы әһәмиәтен асыҡланы. Һуңынан барыһы ла “Һеҙ театрҙы ярата- һығыҙмы?” анкетаһында әүҙем ҡатнашты.
2019 йылда Ҡыйғы халыҡ театры 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Театр вете- рандары И. Әхмәҙуллин, Р. Ғәлимова, режиссер А. Фәтҡуллина, китапхана системаһы директоры А. Фәтихова, Республика йәштәргә социаль-психологик, методик ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Төньяҡ филиалы директоры Р. Ҡыямованың сығыштары ҡыҙыҡлы булды.
Байрам һуңында балалар “Театр шаршауы артында” булды – тамашаларҙы әҙерләү барышы менән танышты.