Уны сәхнәгә театр режиссеры А. Фәтҡуллина ҡуйҙы. Спектаклдә кешелек өсөн мәңгелек булған проблемалар: ысын һөйөү, изгелек менән яманлыҡ араһындағы көрәш, ғәҙеллектең тантана итеүе сағылыш таба.
Театр ветерандары Роза Ғәлимова – Кәримә әбей, Валерий Зиннәтуллин Өлфәт ролен һоҡланғыс башҡарҙы. Йәш актер Айрат Камалов Самат ролен бирелеп уйнаны һәм үҙ геройының эске донъяһын тулыһынса асып бирә алды. Яратҡан артистары Эльвира Теләүғолованың – Айһылыу ролен, Альберт Ғибадуллиндың трагик яҙмышлы күрәҙәсе Ишбулды ролен башҡарыуын халыҡ йылы ҡабул итте. Йәш артистар Рәсүл Ҡазыхановтың (Байтимер) һәм Лидия Мөхәмәтдинованың (Сәлимә) уйнауҙары ла тамашасы күңеленә хуш килде, улар һүҙ менән генә түгел, ҡараштары, хәрәкәттәре, йырҙары аша ла хис-тойғоларының бар тәрәнлеген асып бирә алды. Декорацияларҙың авторы Вадим Ғирфановтың, тауыш һәм яҡтылыҡ өсөн яуаплы Артур Хәкимйәнов, Ралиф Сәхәүетдинов, Дарвин Вәлиевтәрҙең дә спектаклдең уңышында һәм тамашасылар күңелен яулауында ҙур өлөшө бар. Тамашасыларҙан шулай уҡ теләктәр ҙә белдерелде. Артистарға башҡортса һөйләү телмәрен яҡшыртырға кәрәк. Театр юғары “халыҡ театры” исемен йөрөтә икән, режиссер эшенә етди талаптар ҡуйыла. Мизансцена ысынбарлыҡҡа тап килмәй, һәр бер әйбер спектаклдә билдәле әһәмиәткә эйә булырға тейеш. Тормош – ул тәгәрмәс, ул арбаны хәрәкәтләндерергә тейеш, әммә арба бөтә спектакль буйына бер урында хәрәкәтһеҙ ултырҙы, хатта урынынан да ҡуҙғалманы. Шулай уҡ музыканың бер төрлө булыуы ла ялҡытҡыс тәьҫир итә. Бынан тыш, тамашасыларҙың сәхнәлә эскелекте һүрәтләгән картиналарҙы аҙыраҡ, йәмғиәттәге кешеләргә хас изге бәйләнештәрҙе күрһәтеүсе күренештәрҙе күберәк күргеһе килә. Һуңғы рәттәрҙә ултырыусыларға тауыш ишетелеп етмәй, актерҙарҙы театр микрофондары менән тәьмин итеү талап ителә.
“Беҙ үҙ спектаклебеҙ менән Дүшәмбикә ауыл мәҙәниәт йортонда ғына сығыш яһап өлгөрҙөк. Ролдәребеҙҙе шымартҡас, 20 апрелдән һуң район буйлап гастролдәребеҙҙе дауам итәсәкбеҙ,” – тип бүлеште беҙҙең менән спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер Альфира Мансур ҡыҙы.