Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Рәсәйҙә Театр йылы
26 Декабрь 2019, 17:23

ТЕАТРЫБЫҘҒА - 85 ЙӘШ

Ғималетдин Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры үҙенең оло юбилейын – 85 йәшен билдәләп үтте.

Бай тарихлы, бик күп ҡаҙаныштар яулаған Ғималетдин Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры үҙенең оло юбилейын – 85 йәшен билдәләп үтте.
Байрам сараһы ҡасандыр ҙур уңыштар яулаған спектаклдәрҙән өҙөктәр менән башланып китте. Театр яҙмышына битараф булмаған, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған, һәр тамашаны үҙ иткән район хакимиәте башлығы Шамил Радил улы Мөхәмәтдинов театр ветерандарын һәм йәш һәүәҫкәр артистарҙы Рәхмәт хаты һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы ла Ҡыйғы халыҡ театры коллективына ҡотлау ебәргән, был ҡотлауҙы яҡташыбыҙ Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Заһитов Рәүис Хәбир улы еткерҙе.
Районыбыҙҙа уңышлы ғына эшләп килгән халыҡ театрҙары режиссерҙары ла, театр коллективына йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙылар.
Колхоз-совхоз театрының тәүге режиссеры, ойоштороусыһы Ирек Ибраһимовтың ҡыҙы Гүзәл апайҙың килеүе һәм театрыбыҙҙың шатлығы һәм атаһының яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашыуы беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныслы булды.
Бик күп китаптар авторы, районыбыҙҙың тарихын киләсәк быуынға еткереүсе Рәмил Асҡаров та юбилейға буш ҡул менән килмәгән. Ул коллективҡа Г. Камал театр коллективы ебәргән китаптарҙы бүләк итте.
Яҡташыбыҙ Рәүис Заһитов менән Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Минзәлә Хәйруллина тамашасыларға Б. Бикбайҙың “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһынан өҙөк күрһәтте.
Район үҙәге ойошма-учреждениелары хеҙмәт коллективтары араһында ойошторолған “Театраль мозаика” конкурсына ла йомғаҡ яһалды.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, жюри рәйесе Ғәйфуллин Айҙар Юрий улы иң-иңдәрҙе ҡотлап маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. 1-се урында яулаған “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре – Ғ. Ибраһимовтың “Башмағым”, 2-се урынды яулаған музыка һәм сәнғәт мәктәбе – “Свадьба в Малиновке” музыкаль комедияһынан һәм “Башаҡ” балалар баҡсаһы коллективы Н. Асанбаевтың “Ете ҡыҙ” тарихи драмаһынан өҙөктәр ҡуйҙы. Шулай итеп, театр юбилейы һәм Театр йылы шаулап-гөрләп үтеп тә китте.
А. Фәтҡуллина,
халыҡ театры режиссеры.
Читайте нас: