Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
5 Декабрь 2017, 13:54

Рәсәй Президентын һайлау логотибы билдәле булды

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы төбәктәр менән видеоконференция режимында алдағы һайлауҙың визуаль концепцияһын – Рәсәй Президентын һайлауҙың рәсми логотибын тәҡдим итте.

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы төбәктәр менән видеоконференция режимында алдағы һайлауҙың визуаль концепцияһын – Рәсәй Президентын һайлауҙың рәсми логотибын тәҡдим итте.

Был логотип Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы заказы буйынса 2017 йылдың йәйендә ижади конкурс ваҡытында әҙерләнгән. Презентация ваҡытында төп визуаль элементтар һәм уларҙы ҡулланыу варианттары күрһәтелде, кампанияны уҙғарыу этаптары һәм үҙенсәлектәре тураһында бәйән ителде. Бойондороҡһоҙ жюри ижади конкурстың еңеүсеһе тип “ИМА-консалтинг” РR-агентлығын тапҡан. Ул “Михайлов һәм партнерҙар” компанияһын бер тауышҡа ғына уҙып киткән. Һөҙөмтәлә “ИМА- консалтинг” логотип һәм роликтар әҙерләгән, ә “Михайлов һәм партнерҙар” кампанияны Интернетта үткәреү өсөн йәлеп ителәсәк. Ултырышта “ИМА-консалтинг” генераль директоры Вартан Саркисов һөйләүенсә, йәмғеһе логотиптың 100 варианты булған. Рәсәйҙең 12 ҡалаһында һынап ҡарау өсөн 77 проект һайлап алынған. Улар, нимә төшөрөлөүенә ҡарап, төркөмдәргә бүленгән: һайлау үткәреү датаһы; йыл һәм дата менән; бюллетень, тауыш биреү йәшниген файҙаланып һ.б. Иң яҡшы 10 логотип Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларына тәҡдим ителгән. Еңеп сыҡҡан логотип өсөн 30 проценттан ашыу тауыш бирелгән.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалдарынан.

Читайте нас