Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
9 Сентябрь 2018, 19:16

Башҡортостанда көндөҙгө сәғәт 3-кә халыҡтың 30% тауыш бирҙе

Башҡортостан закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа көндөҙгө сәғәт 3-кә халыҡтың 29,87% тауыш бирҙе.

Башҡортостан закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа көндөҙгө сәғәт 3-кә халыҡтың 29,87% тауыш бирҙе. Был хаҡта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында хәбәр иттеләр. Һәр ваҡыттағыса ауыл ерендә әүҙемлек юғары — 38,96%. Ҡала округтары буйынса был һан түбәнерәк — 23,35%.
Башҡортостандың баш ҡалаһында сәғәт 3-кә исемлеккә индерелгән һайлаусыларҙың 16,27% тауыш бирҙе.
Башҡортостанда төбәк парламентына һайлау бара. Республикала йәшәүселәр бөгөн закондар сығарыу йыйылышына 110 депутат һайлай. Уларҙың яртыһы — бер мандатлы округтар, яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайлана. 9 сентябрҙә һайлаусылар ике бюллетень ала: берәүһе — бер мандатлы округ буйынса кандидаттар (бөтә республика 55 округка бүленгән, уларҙың һәр ҡайһыһында бер еңеүсе билдәләнә) һәм икенсеһе — сәйәси партиялар исемлеге менән.
Читайте нас