Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
9 Сентябрь 2018, 15:41

Башҡортостандың төбәк парламентын һайлауға иртәнге сәғәт 10-ға 6,3% һайлаусы килгән

Төбәк парламентын һайлауға иртәнге сәғәт 10-да 6,3 процент һайлаусы килгән, тип хәбәр итте Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.

Төбәк парламентын һайлауға иртәнге сәғәт 10-да 6,3 процент һайлаусы килгән, тип хәбәр итте Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев. Был сәғәткә Башҡортостанда тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 3,05 миллион йәшәүсенән 192 458 кеше (6,31 процент) тауыш биргән.
Өфөлә 798 958 һайлаусынан 22 790-ны (2,8 процент) тауыш биргән. Иртән бөтәһенән дә әүҙемерәк Октябрь һәм Орджоникидзе райондарында тауыш биргәндәр – күрһәткес 4 процент. Ҡалаларҙан иң әүҙеме Күмертау булған – 8,12 процент.
Ауыл муниципалитеттары буйынса иртәнге сәғәт 10-ға тауыш биреү күрһәткесе 9 процент тиерлек. Электораттың 16 проценттан күберәге Борай, Бөрйән, Тәтешле, Хәйбулла райондарында тауыш биргән.
2013 йылда парламент һайлауҙа республика буйынса был сәғәткә 15 проценттан ашыу кеше тауыш биргән.
Читайте нас: