Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
12 Ноябрь 2018, 16:49

Башҡортостанда Экология министрлығына яңы етәксе тәғәйенләнә, Илдар Һаҙыев отставкаға китә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәткә төбәктең экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры вазифаһына яңы кандидатура тәҡдим итергә ҡушты.

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәткә төбәктең экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры вазифаһына яңы кандидатура тәҡдим итергә ҡушты. Быға Экология министрлығының урындағы әһәмиәттәге ер участкалары менән файҙаланыуҙы күҙәтеү өлкәһендәге эште ҡәнәғәтләнерлек алып бармауы сәбәпсе булды.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республиканың Конторль-иҫән палатаһы һәм Башҡортостандың тәбиғәтте һаклау район – ара прокуратураһы ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә бик күп хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡланы. Мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты ултырышында тәҡдим ителде.
«Башҡортостанда киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыу проблемаһы бик киҫкен тора. Был Өфөгә яҡын райондар, шулай уҡ Урал аръяғы өсөн айырыусы көнүҙәк, — тине Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуроры вазифаһын башҡарыусы Рушан Хәйертдинов. — Тикшереү күрһәтеүенсә, төбәктең Экология министрлығы ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоуҙан ситләшкән. Ведомство лицензиялар менән файҙаланыу шарттары, сығарыу күләме, киң таралған файҙалы ҡаҙылмалар запасының үҙгәреүе тураһында мәғлүмәттәр талап итмәгән».
Атап әйткәндә, Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмалар сығарғанда муниципалитетта йәшәүселәрҙең социаль-иҡтисади һәм экологик мәнфәғәттәре иҫәпкә алынмай, киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыу осраҡтары байтаҡ. Иң күп хоҡуҡ боҙоуҙар Урал аръяғы райондарында һәм республиканың баш ҡалаһы эргәһендә асыҡланған. Был республика һәм муниципаль бюджеттарға ҙур зыян килтерә.
Республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары хоҡуҡ боҙоуҙарға етерлек контроль булмауын, уларға ҡарата Илдар Һаҙыев етәкләгән Экология министрлығы яғынан саралар күрелмәүен билдәләне.
«Миңә яңы кадрҙар тәҡдим итеүегеҙҙе һорайым, — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновҡа. — Мин бындай етәксе менән эшләмәйем».
Читайте нас: