Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
12 Ноябрь 2018, 16:39

Радий Хәбиров «Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексының эшен һынап ҡараны

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Граждандарҙы яҡлау идаралығының мәғлүмәт-диспетчер үҙәгендә булды. Төбәк етәксеһе «Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексының йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сегменттары эше менән танышты.

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Граждандарҙы яҡлау идаралығының мәғлүмәт-диспетчер үҙәгендә булды. Төбәк етәксеһе «Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексының йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сегменттары эше менән танышты.
Әйтәйек, баш ҡалала халыҡ күп йөрөгән урындарҙа 300-ҙән ашыу видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған. Уларҙан алынған мәғлүмәт эшкәртелә һәм артабан мәғлүмәт-диспетчер үҙәге серверҙарында һаҡлана. Ҡалалағы дөйөм белем биреү учреждениеларының тышҡы күҙәтеү камералары ла ошо уҡ системаға тоташтырылған.
Радий Хәбиров үҙәк белгестәре менән бергә системаның эшен һынап ҡараны һәм уны яңыртырға, артабан үҫтерергә кәрәклеген билдәләне. Атап әйткәндә, ҡорамалды һәм программа тәьминәтен яңыртыу талап ителә.
Мәғлүмәт-диспетчер үҙәгендә берҙәм 112 номеры буйынса оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу системаһы ла эшләй, экологик хәлде, гидрологик хәүефтәрҙе күҙәтеү ойошторолған, ГЛОНАСС нигеҙендә транспорт менән идара итеү мониторингы системаһы индерелгән.
Читайте нас: