ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Илвир Нурдәүләтов Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде, бынан алда ул ошо уҡ район башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләне.
Бөгөн мэриялағы оператив кәңәшмәлә район хакимиәтенең яңы етәксеһе менән таныштырҙылар.
«Илвир Мәҙхәт улының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ҙур тәжрибәһе бар, — тине Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин. — Совет районы ҡалабыҙҙың үҙәге булып тора һәм етәксенән ентекле иғтибар талап итә».
Илвир Нурдәүләтов был вазифала ноябрь башында Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнгән Урал Килсенбаевты алмаштырҙы.