ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары һәм уларҙың Пермь крайынан коллегалары төбәктәр араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы һәм сиктәрҙе раҫланы. Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев аңлатыуынса, документ, асылда, Башҡортостан менән Пермь крайының сиген үҙгәртмәй.
«Биләмәләргә ҡарата дәғүәләребеҙ юҡ. Ҡул ҡуйылған килешеүҙең тексында яҙылғанса, Пермь крайы менән Башҡортостан Республикаһы араһында сик үҙгәрмәй, урынлашҡан ерҙе һүрәтләү һәм күрһәтелгән сикте үтеү буйынса айырымлыҡтар юҡ. Законды ҡабул итеү төбәктәр араһындағы сиктәрҙе яҙып алыуға бәйле. Был Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына сиктәр тураһында мәғлүмәттәр индереү өсөн ер төҙөлөшө эштәре ваҡытында башҡарыла», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы спикеры.
Бындай саралар әле тотош Рәсәйҙә уҙғарыла. Федераль закон ил субъекттары араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыуҙы һәм уны төбәк закондары менән раҫлауҙы талап итә. Тиҙҙән республика башҡа күрше төбәктәр менән дә ошондай килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға, Башҡортостан парламенты тейешле закондар ҡабул итергә тейеш. Был эште 2022 йылға тиклем тамамлау күҙаллана.