Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
3 Декабрь 2018, 13:57

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы биләгән вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостандың Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов 29 ноябрҙә отставкаға китеү тураһында ғариза яҙған. Район етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп Баймаҡ башлығы Фәнис Әминев тәғәйенләнгән.

ӨФӨ, 2018 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостандың Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов 29 ноябрҙә отставкаға китеү тураһында ғариза яҙған. Район етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп Баймаҡ башлығы Фәнис Әминев тәғәйенләнгән.
«Дәүләт хеҙмәте буйынса пенсияға сыҡтым», — тип аңлатма бирҙе «Башинформ» агентлығына Илшат Ситдиҡов һәм «юл — йәштәргә» тип өҫтәне.
Алдан хәбәр ителгәнсә, ноябрь башында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул аҫтында эшләүселәренә Баймаҡ районындағы хәлде асыҡларға ҡушҡайны, унда мәктәп уҡытыусыларын көҙгө каникул ваҡытында түләүһеҙ отпускыға ебәргәндәр. Был хәл төбәк башлығының Урал аръяғы райондары буйлап эш сәфәренән һуң булды. Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмә ваҡытында видеобәйләнеш аша Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡовҡа мөрәжәғәт итте һәм уны уйламайынса эш итмәҫкә саҡырҙы.
«Хәлде асыҡлағансы, күрһәтмәләрегеҙҙе өс тапҡыр үҙгәрттегеҙ. Башҡаса улай эшләмәгеҙ. Әгәр ҙә һеҙгә ниндәйҙер ярҙам, шул иҫәптән матди булышлыҡ, кәрәк икән, мин, премьер-министр, мәғариф министры бар. Беҙ һеҙҙе һәр саҡ тыңларға әҙербеҙ. Тик мине хата фекергә төшөрмәгеҙ, дөрөҫөн әйтегеҙ. Юғиһә бер-беребеҙгә ышанысты юғалтабыҙ. Ышаныс юғалһа, артабан берлектәге эште дауам итеүҙең мәғәнәһен күрмәйем. Ошонан һабаҡ алығыҙ», — тине Радий Хәбиров, бөтә муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп.
Илшат Ситдиҡов Баймаҡ һәм Баймаҡ районы хакимиәте башлығы булып 1995-2001 йылдарҙа эшләне, һуңынан 10 йыл «Баймаҡ» предприятиеһын етәкләне, ә 2011 йылдан Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһында эшләне.
Читайте нас: