ӨФӨ, 2018 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Алина Сөләймәнова Өфө ҡалаһы вице-мэры вазифаһын биләй. Ул йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм мәҙәниәт мәсьәләләре өсөн яуаплы. Отставкаға ғариза яҙған Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитовтың вәкәләттәре уға күсә. Йома көндө яңы етәксе эш башларға тейеш.
Белешмә. Сөләймәнова Алина Наил ҡыҙы — билдәле тележурналист, «Вся Уфа» телекомпанияһы директоры, IV саҡырылыш ҡала Советы депутаты. 1976 йылда Өфөлә тыуған, 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетын яҡшы билдәләренә генә тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда Башҡортостан телевидениеһында хәбәрсе булып башлай. 1996 йылдың яҙында Грозныйҙа чечен конфликты зонаһында ваҡиғаларҙы объектив яҡтыртыуы һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүе өсөн Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
2002-2006 йылдарҙа Алина Сөләймәнова — «журналистика» белгеслеге буйынса Өфө дәүләт сервис академияһының социология кафедраһы уҡытыусыһы. 2012 йылда «А пунктынан Б пунктына тиклем» фильмы бронза Орфейға лайыҡ булды. Шул уҡ йылда уға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәхмәт хаты тапшырылды. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы. 2015 йылда «Вся Уфа» телекомпанияһы директоры итеп тәғәйенләнде.