Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сентябрҙә төбәк етәксеһен һайлауға, ябай булмаған үҙ-ара мөнәсәбәттәр тарихына ҡарамаҫтан, «Берҙәм Рәсәй» партияһынан бара. Был хаҡта «Ведомости» хәбәр итә. 2008 йылдың июнендә Башҡортостан президенты Мортаза Рәхимов Хәбировты үҙенең хакимиәте етәксеһе вазифаһынан бушатты. Киң мәғлүмәт сараларында яҙыуҙарынса, ул Кремлдең Хәбировты үҙенең урынына алмашҡа килеүсе итеп һайлауынан ҡурҡты. Шунан һуң июль-сентябрь айҙарында төбәк бүлексәһе Хәбировты ике тапҡыр партиянан сығарҙы, ләкин юғары бюро ҡабаттан тергеҙҙе.
Радий Хәбировтың яңыраҡ тәғәйенләнгән губернаторҙарҙан күпселек коллегалары нигеҙҙә үҙ-үҙен күрһәтергә теләүҙәре хаҡында белдерҙе. «Минең «Берҙәм Рәсәй»ҙән алыҫтараҡ торорға тәҡдим иткән коллегаларым бар. Ләкин мин икенсе төрлө уйлайым. Мин ошо партия ағзаһымын һәм шуның менән ғорурланам. Хәйер, ошо партияның үҙенсәлекле ағзаһымын: мине ике тапҡыр унан сығарҙылар һәм ике тапҡыр тергеҙҙеләр. Ләкин нисек инде үҙемдең партиямды яратмаҫҡа тейешмен?», – ти Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Политолог Аббас Ғәлләмов бындай ҡарарҙы дөрөҫ тип иҫәпләй: «Республикала көстө, ныҡышмалыҡты һәм принципиаллекте хөрмәт итәләр. Һуңғы ваҡыттағы сәйәси модаға эйәреүҙән баш тартып, Хәбиров урындағы һайлаусыға һәм урындағы элитаға оҡшаған сифаттарҙы күрһәтә».
Губернаторҙарҙың партиялы һәм партияһыҙ булыу әһәмиәте йыш ҡына арттырып һөйләнелә, тип уйлай Политолог Михаил Виноградов: «Кандидаттың антирейтинг булдырыу һәләте, шулай уҡ конкуренттарҙың составы ҙурыраҡ роль уйнай».