Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
28 Март 2019, 16:20

Бешкәктә Башҡортостан менән Ҡырғыҙ Республикаһы хөкүмәттәре араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Бешкәктә Башҡортостан менән Ҡырғыҙ Республикаһы хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, экология, гуманитар һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Бешкәктә Башҡортостан менән Ҡырғыҙ Республикаһы хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, экология, гуманитар һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Ҡырғыҙстандың иҡтисад министры Олег Панкратов ҡул ҡуйҙы.
Документ үҙ-ара файҙалы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеккә, инвестиция, инновация эшмәкәрлегенә һәм бизнесҡа, экология, гуманитар һәм мәҙәни өлкәләрҙә үҙ-ара эш итеүгә ярҙам күрһәтеүгә һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Бынан тыш, килешеү делегациялар менән алмашыуҙы, берлектәге конгресс-күргәҙмә сараларында ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота.
Ҡул ҡуйыу тантанаһы VIII «Стратегик партнёрлыҡтың һәм интеграцияның яңы офоҡтары» Рәсәй-Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһы барышында Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин һәм Ҡырғыҙстандың иҡтисад министры Олег Панкратовтың төбәктәр һәм компаниялар етәкселәре менән эшлекле иртәнге ашы ваҡытында уҙҙы.
Читайте нас