Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
1 Апрель 2019, 14:16

Яҙғыһын Рәсәй ғәскәрҙәренә 135 мең кеше хәрби хеҙмәткә саҡырыла

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул шәмбе, 30 мартта, Кремль сайтында баҫылды. 1 апрелдән 15 июнгә тиклем запаста булмаған 18 – 27 йәшлек граждандар хәрби хеҙмәткә саҡырыла.

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул шәмбе, 30 мартта, Кремль сайтында баҫылды.
1 апрелдән 15 июнгә тиклем запаста булмаған 18 – 27 йәшлек граждандар хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Документҡа ярашлы, Рәсәй армияһы сафына 135 мең кеше ҡушыла.
Рәсәй Хөкүмәте, субъекттарҙың башҡарма власть органдары һәм саҡырылыш комиссиялары ил граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыуға бәйле сараларҙың үтәлешен тәьмин итергә тейеш. Был указ рәсми баҫылып сыҡҡан көндән үҙ көсөнә инә.
Читайте нас: