Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
3 Апрель 2019, 16:20

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышына һәм Өфө ҡала Советына өҫтәмә һайлау буйынса праймериз старт алды

Башҡортостанда 8 сентябрҙә, республика башлығын һайлау менән бер рәттән, Нефтекама ҡалаһы буйынса Дәүләт Йыйылышы депутатын өҫтәмә һайлау була. Парламентҡа «Берҙәм Рәсәй» партияһынан һайланып ҡуйылған Николай Самойленко Иглин районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгәс, урын бушаны.

Башҡортостанда 8 сентябрҙә, республика башлығын һайлау менән бер рәттән, Нефтекама ҡалаһы буйынса Дәүләт Йыйылышы депутатын өҫтәмә һайлау була. Парламентҡа «Берҙәм Рәсәй» партияһынан һайланып ҡуйылған Николай Самойленко Иглин районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгәс, урын бушаны. Шул уҡ көндә Өфө һайлаусылары 8-се (Ленин районы) һәм 14-се (Орджоникидзе районының бер өлөшө) бер мандатлы һайлау округтары буйынса ҡала Советына ике депутат һайларға тейеш. Сөнки «Вся Уфа» муниципаль телеканалының элекке директоры Алина Сөләймәнова — Башҡортостандың баш ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ә «Берҙәм Рәсәй» башҡарма комитетының элекке етәксеһе Руслан Ғиззәтуллин Кушнаренко районы башлығы итеп тәғәйенләнде, ә мандаттар вакантлы булып ҡалды.
Берҙәм рәсәйҙәр вакантлы депутат урындары өсөн көрәшергә теләгән алдан тауыш биреү кандидаттарынан документтар ҡабул итә башланы. 25 апрелгә тиклем иҫәпләү участкалары, иҫәпләү комиссиялары ойошторола, уларҙың рәйестәре һәм секретарҙары тәғәйенләнә. Яҡынса 16 комиссия төҙөлә. Кандидаттар 15 майға ҡәҙәр ике дебатта ҡатнашырға, ә 25 майғаса һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрергә тейеш.
«Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнө — 26 май. Был көндә һайлаусылар кандидаттар өсөн тауыш бирә, ә 28 майҙа беҙ алдан тауыш биреүгә йомғаҡ яһайбыҙ», — тине «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Әхмәҙинуров.
Праймеризға документтар 30 апрелгәсә ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се йорт, 327-се бүлмә. Дүшәмбе-йома көндәрендә — иртәнге сәғәт 10-дан 5-кә тиклем, шәмбе сәғәт 10-дан төшкө 1-гә ҡәҙәр. Йәкшәмбе һәм рәсми ял көндәрендә документтар ҡабул ителмәй. Һуңғы ҡабул итеү көнөндә, 30 апрелдә, эш режимы — иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем.
Читайте нас: