Өфөлә парктар һәм скверҙар күп, ләкин улар ташландыҡ хәлдә, уларға тәртип етешмәй. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың баш ҡалаһы буйлап йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү барышы менән танышыу маҡсатында ойошторолған эш сәфәре йомғаҡтары буйынса шундай һығымтаға килде.
Ул 120 мең кеше йәшәгән Сипайлово биҫтәһендәге «Ҡашҡаҙан» паркында булды. Парк икенсе йыл төҙөкләндерелә. Июлдә бында Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары барышында баскетбол һәм пляж волейболы буйынса ярыштар уҙғарыла. 1 июнгә — баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтарын яңыртыуҙы, ә июнь аҙағынаса тирә-яҡтағы биләмәне төҙөкләндереүҙе тамамлау күҙаллана.
«Көньяҡ» биҫтәһендә Радий Хәбиров буласаҡ «Ташлы йылға» паркы биләмәһен ҡараны. Төҙөлөш башланғанға тиклем бында тәрән ташлы йырындар булған. Скверҙа спорт майҙансыҡтары, йүгереү һәм йәйәүлеләр юлдары, ял урындары булдырыу күҙ уңында тотола.
Өфө хакимиәте хәбәр итеүенсә, быйыл «Беренсе Май» паркын, «Тулҡын» һәм «Торналар» скверҙарын төҙөкләндереү күҙаллана. «Ҡашҡаҙан»ды һәм «Тулҡын»ды «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса федераль ҡаҙна иҫәбенә реконструкциялау ҡаралған.
«Парктар һәм скверҙар ҡала тормошонда мөһим роль уйнай, — тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе. — Тормош үҙгәрә, кешеләрҙең ихтыяжы арта. Ҡала халҡы заманса парктар, балалар майҙансыҡтары, төҙөк скверҙар һорай. Ҡала төҙөлөшө сәйәсәтендә был өлкәгә оҙаҡ ваҡыт иғтибар бирелмәне. Өфө парктарына ни етмәй? Ябай тәртип. Парктар сүп-сарлы, ташландыҡ хәлдә, бөтә ерҙә ҡыуаҡлыҡ, емерелгән юлдар һәм башҡалар. Шуға күрә тәү сиратта тәртип урынлаштырырбыҙ, ә һуңынан яйлап ҡына проектлау менән шөғөлләнербеҙ. Парктар ҙа — фән, һәм уның заманса ҡаҙаныштары күптән алға киткән. Мин кешеләр матур, төҙөк, заманса парктарҙа йөрөү мөмкинлеген алһын өсөн бында ниндәйҙер яңылыҡ индергем килә. Тимәк, беҙ оло юлдың башында».