-5 °С
Болотло
«Һайлаусыларға уңайлы булһын өсөн участкаларҙың эш ваҡытын оҙайтабыҙ. Шул рәүешле күпселек халыҡ тауыш биреү мөмкинлегенә эйә була. Хәҙер бөтәһенең дә эш графигы төрлөсә. Күптәр сменалап эшләй, йәкшәмбе көндө барыһы ла ял итмәй, айырыуса уңыш йыйыу осоронда. Ә кемдәр ял итә, ғаиләләре менән баҡсаға бара һәм кисен генә ҡайта, шуға тауыш биреп өлгөрмәй. Совет осоронда һайлау участкалары таңғы 6-нан киске 10-ға ҡәҙәр эшләй ине. Эш ваҡытын арттырыу һайлау комиссияларының эшендә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ тип уйлайым», — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.