0 °С
Болотло
«24 июлдән 4 сентябргә тиклем «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында республика биләмәһендәге 69 территориаль һайлау комиссияларының, Күп функциялы үҙәк бүлексәләренең һәм 97 филиалдың теләһә ҡайһыһына торған урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза бирергә мөмкин. Ә 28 августан 4 сентябргәсә республиканың 3 397 участка һайлау комиссияһының береһендә ғаризаны теркәргә була. Ғариза тапшырғанда паспорт кәрәк. Ғаризалар ҡабул итеү пункты операторы мәғлүмәттәрҙе тикшерә һәм ғаризаны теркәй, уның төп өлөшөн һайлау комиссияһында ҡалдыра, ә йыртмалы талонды һайлаусыға бирә. Йыртмалы талонда 2019 йылдың 8 сентябрендә һайлаусы тауыш бирә алған һайлау участкаһының номеры һәм адресы яҙылған», — тип билдәләне Марат Ғәҙелов.
«Әгәр шарттар үҙгәрһә – кеше ғариза биргән, ләкин сәфәргә, командировкаға сыҡмаған икән, үҙенең һайлау участкаһына килергә мөмкин. Әммә тауыш биреү механизмы бер аҙ ҡатмарлаша – махсус тикшереүҙән һуң ғына тауыш бирергә ярай. Был һайлаусының алдан билдәләгән участкала тауыш бирмәгәне раҫланһа, тауыш бирергә рөхсәт ителә. Быны участка һайлау комиссияһы һайлаусының мөрәжәғәтенән һуң ике сәғәт эсендә асыҡларға бурыслы», — тип һөйләне Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары.