Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
21 Август 2019, 14:13

Григорий Невоструев Башҡортостандың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостандың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев үҙ вазифаһын ҡалдырҙы. Был хаҡта «Коммерсант в Башкортостане» яҙып сыҡты.

Башҡортостандың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев үҙ вазифаһын ҡалдырҙы. Был хаҡта «Коммерсант в Башкортостане» яҙып сыҡты.
Баҫманың элекке чиновникка һылтанып хәбәр итеүенсә, 16 август уның һуңғы эш көнө булған. Ул үҙенең артабанғы эш урынын атауҙан баш тартҡан, бары тик төҙөлөш менән бәйле федераль проектты, шул иҫәптән Башҡортостанда, ғәмәлгә ашырыу менән шөғөлләнергә тәҡдим итеүҙәрен әйткән. Проекттың деталдәре аныҡланмай.
Григорий Невоструев 2019 йылдың башында дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгәйне. Былтыр ул ярты йыл дауамында дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарҙы.
Читайте нас: