Башҡортостандың баш ҡалаһында «Һайла, Өфө!» фотоконкурсы башланды. Һәр кемдең биш шәп бүләктең береһен отоу мөмкинлеге бар: төп приз — iPhone XS, шулай уҡ бүләк фондында: iPad, Apple Watch смарт-сәғәте, смарт-телевизор һәм Power Bank. Ҡатнашыу өсөн конкурстың
«Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөнән конкурс башланыуы тураһында яҙмаға репост эшләргә, һуңынан 8 сентябрҙә һайлау участкаһында үҙеңде тауыш биреү процесында фотоға төшөрөп, шул уҡ көндә уны киске сәғәт 9-ға тиклем #ҺайлаӨфө, #ӘйҙәҺайлаӨфө хэштегтары менән сәхифәңә һалырға кәрәк.