Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
22 Август 2019, 13:36

Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнөн билдәләйҙәр

Йыл һайын 22 августа Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнә. 1991 йылда тап ошо көндә РСФСР-ҙың Юғары Советы ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, махсус закон менән Рәсәй Федерацияһының яңы дәүләт символикаһы билдәләнгәнгә тиклем Рәсәйҙең аҡ, зәңгәрһыу, алһыу һыҙатлы тарихи флагы һанала.

Йыл һайын 22 августа Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнә. 1991 йылда тап ошо көндә РСФСР-ҙың Юғары Советы ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, махсус закон менән Рәсәй Федерацияһының яңы дәүләт символикаһы билдәләнгәнгә тиклем Рәсәйҙең аҡ, зәңгәрһыу, алһыу һыҙатлы тарихи флагы һанала.
Рәсәй триколоры 300 йылдан ашыу тарихҡа эйә. Илдә дәүләт флагы XVII – XVIII быуаттарҙа, Рәсәй ҡеүәтле дәүләткә әүерелгән осорҙа, барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр аҡ – күк – ҡыҙыл флаг Петр I-нең атаһы Алексей Михайлович батшалыҡ иткән дәүерҙә «Бөркөт» беренсе рус хәрби карабында күтәрелә, тип яҙа «РИА Новости».
Петр I 1705 йылдың 20 ғинуарында сауҙа караптарында мотлаҡ аҡ – күк – ҡыҙыл флаг күтәрелергә тейеш тигән указ сығара һәм үҙе үк флагтың өлгөһөн, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләй.
Император II-нең 1858 йылдың 23 июнендәге указы менән (иҫке стиль буйынса 11 июнь) Рәсәй Империяһының рәсми (дәүләт) флагы итеп ҡара-һары-аҡ флаг индерелгән. Ҡара-һары-аҡ флаг 1883 йылға тиклем файҙаланылған. 1883 йылдың 10 майында Александр III Рәсәй Империяһының дәүләт флагы итеп аҡ-күк-ҡыҙыл флагты ҡулланырға бойороҡ биргән.
Флагтағы һәр төҫтөң рәсми мәғәнәһе бар. Ҡыҙыл төҫ — көс-ҡеүәт, күк — Рәсәйҙе яҡлаусы Богоматерь, аҡ — азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ.
2000 йылдың 25 декабрендә Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы тураһында» федераль конституция законына ҡул ҡуйҙы. Законға ярашлы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы – өс тигеҙ ҙурлыҡтағы горизонталь һыҙаттарҙан торған тура мөйөшлө туҡыма. Өҫкөһө – аҡ, урталағы – күк һәм аҫтағыһы – ҡыҙыл төҫтә. Флагтың киңлегенең буйына нисбәте — 2:3.
Читайте нас: