Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә социаль коммуникациялар идаралығы булдырылды. Был турала бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе. Яңы идаралыҡ етәксеһе итеп быға тиклем «Башинформ» акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы социаль селтәрҙә халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм етәксеһе вазифаһын биләгән Елена Прочаковская тәғәйенләнде.