Башҡортостанда республика башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы булдырылды. Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Яңы консультация органы республикала кеше һәм граждан хоҡуҡтарын, иркен яҡлауҙа, гражданлыҡ йәмғиәте институттары үҫешен тәьмин итеүҙә булышлыҡ күрһәтергә тейеш.
Советтың бурыстарына, атап әйткәндә, ағымдағы хәлде күҙәтеү, ҡануниәтте боҙоу осраҡтарын тикшереү, граждандарҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыу, методик һәм белешмә-аналитика материалдарын әҙерләүҙә һәм баҫтырып сығарыуҙа ҡатнашыу, шулай уҡ йәмәғәт контроле механизмдарын үҫтереү, халыҡтың хоҡуҡи белеменә ярҙам итеү ҡарай.